Rena Rnt - Йырҙарым Текст песни (слова)


Һәр көн иртә торғанда,
Башымда көйҙәр бар.
Һәм минең бөтә донъяға,
Йырлар моңдарым бар.

Һин тик уйланып ҡына ҡара кеше
Тауышым көслө түгел,тик һин мине ишет
Был донъя һинең өйөң һәм бишек
Дуҫ ҡатып торма һиңә асыҡ бөтә ишек
Башыңды эймә әйҙә минең менән бергә
Алға һәм тик алға бәхет тауына менергә
Алһыуланып яңы тыуған ҡояшты күрергә
Яңы мөмкинселектәргә табан йүгерергә

Һәр көн иртә торғанда,
Башымда көйҙәр бар.
Һәм минең бөтә донъяға,
Йырлар моңдарым бар.

Һәр бер таңым миңә өмөт бүләк итә
Ҡараңғы төн менән бар шиктәрем китә
Изге маҡсат,яҡшы кәйеф булһа етә
Бейек текә үрҙәр мине алда көтә
Әйҙә йылмай ҡыуанысың бик йоғошло
Сағыу буяуҙарға батыр был тормошто
Тыңла йөрәгеңде тура юл күрһәтер
Ҡулдарыңда ҡәләм ә ғүмер һүрәтең

Һәр көн иртә торғанда,
Башымда көйҙәр бар.
Һәм минең бөтә донъяға,
Йырлар моңдарым бар.


Текст песни (слова) Йырҙарым
 
 

Тексты песен Rena Rnt являются собственностью правообладателей. Текст песни "Йырҙарым" представлен исключительно для ознакомления и личного пользования.
All lyrics are property and copyright of their owners. All lyrics provided for educational purposes and personal use only.

Популярные тексты песен исполнителя Rena Rnt
Популярные тексты песен
Новые тексты песен